Уларҙың бишәүһе Анапа ҡалаһында «ЭРА» хәрби инновацион технополисында хәрби хеҙмәт үтәсәк.
Был хаҡта БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов хәбәр иткән.
«2014 йылдан алып республикабыҙҙан 110 кеше ғилми роталарға ебәрелде. Уларҙың күбеһе контракт төҙөгән һәм Ҡораллы Көстәр сафында эшләүен дауам итә. Үҙ хеҙмәтен һәр ваҡыт намыҫ менән башҡарған призывниктарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Беҙҙә хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш дауам итә. Бөгөн яуаплы ведомстволар менән урындарҙа саҡырыу комиссияларының эшен, саҡырыу комиссиялары йүнәлткән граждандарҙы медицина тикшереүенең сифатын һәм башҡа мөһим темаларҙы тикшерҙеләр», – тип яҙған ул социаль селтәрҙә.