Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2022, 12:15

Юлға сығам, әсәй, ҡайтыр юлға...

20 декабрҙә Салауат Юлаев исемендәге батальон хәрби махсус операцияға юлға сыға.   Уның алдынан ир-егеттәр өсөн концерт ойошторолдо. Сәғиҙулла Байегеттең “Юлға сығам, әсәй, ҡайтыр юлға...” йырын хәрбиҙәр баҫып тороп тыңлаған. “Батыр йөрәкле егеттәр! Һәр ҡайһыбыҙҙың йөрәк һулышы тәү башлап әсә йөрәге аша башлана, артабан ғүмер буйы әсә кешенең ҡурсалауын, яратыуын, яҡлауын тоябыҙ. Салауат Юлаев батальоны егеттәре йыр башланыу менән баҫып тыңланылар. Ошо рәүешле улар ғәзиз кешеләренә хөрмәттәрен, ихтирамдарын, мөхәббәттәрен күрһәтте. Туғандар, әйҙәгеҙ доғаларыбыҙҙы ҡылайыҡ! Аллаһы тәғәлә тиҙерәк ошо мәшхәрҙе туҡтатып, егеттәребеҙҙең тыуған илдәренә, әсәләре, ҡатындары, балалары янына  иҫән-һау ҡайтыуҙарын насип итһен! Амин!”, – тип яҙа йырсы.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: