Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2022, 13:40

Яңы йыл тамашалары ҡайҙа үтәсәк?

Йыл һайын Яңы йыл байрамдары һәм каникулдары алдынан республика ҡалаларында һәм ауылдарында меңәрләгән мәҙәни саралар уҙа.

Яңы йыл тамашалары ҡайҙа үтәсәк?
Яңы йыл тамашалары ҡайҙа үтәсәк?

 Республиканың мәҙәниәт учреждениелары Яңы йыл һәм Раштыуа тамашаларын үткәрергә әҙер.

«Быйыл күмәкләп күңел асыуға түгел, ә ғаилә һәм балалар сараларына баҫым яһайбыҙ. Республиканың дәүләт театр-концерт учреждениеларында ғына 450-нән ашыу яңы йыл программаһын һәм тамашаһын уҙғарыу күҙаллана, уларға 150 меңдән ашыу тамашасы килә аласаҡ», – тип белдерҙе БР Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхийәнов.

  22 декабрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Яңы йыл шыршыһы уҙа. Унда балаларға «Яңы йыл фәндәренең тылсымлы академияһы»  музыкаль интерактив спектакле тәҡдим ителәсәк.

Яңы йыл алдынан ҡуйылған спектаклдәр миҙгелен 17 декабрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының «Щелкунчик» тамашаһы аса.

Байрамдар ваҡытында махсус хәрби операция зонаһында булған яҡташтарыбыҙҙың балаларына айырыуса иғтибар бүленәсәк. Улар республика мәҙәниәт учреждениеларына бушлай йөрөй аласаҡ.

Муниципаль мәҙәниәт учреждениеларында, ҡала һәм ауылдарҙың урам майҙандарында төрлө мәҙәни-ял саралары ойоштороласаҡ. Бөтәһе 1,1 миллиондан ашыу кешене йәлеп итеп, 27 мең самаһы сара уҙғарыу күҙаллана. Республиканың күп кенә муниципалитеттарында офлайн саралар менән бер рәттән саралар онлайн уҙғарыла. Былтырғы кеүек үк, төпкөл ауылдарҙағы халыҡты хеҙмәтләндереүгә автоклубтар әүҙем йәлеп ителәсәк, улар алыҫ ауылдарға Яңы йыл концерт программалары һәм театрлаштырылған тамашалар менән сығасаҡ.

 Яңы йыл программалары менән «Культурный мир Башкортостана» интернет-порталында таныша алаһығыҙ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: