Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2022, 15:15

Яңы йыл байрамы иҫтә ҡалырлыҡ булһын

Мәжбүри күсенеп килеүсе ғаиләләрҙең балаларына ла Яңы йыл байрамдары ойоштороласаҡ.

Яңы йыл байрамы иҫтә ҡалырлыҡ булһын
Яңы йыл байрамы иҫтә ҡалырлыҡ булһын

Башҡортостанда ваҡытлыса урынлаштырыу пункттарында йәшәгән һәм Донецк Халыҡ Республикаһы, Луганск Халыҡ Республикаһы, Херсон һәм Запорожье өлкәләре, Украинаның айырым биләмәләренән үҙ аллы килгән балалар өсөн Яңы йыл иртәлектәре үткәреү датаһын һәм урынын билдәләнеләр, тип хәбәр итте Хөкүмәттең ЦУР-ҙағы оператив кәңәшмәһендә республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Бынан тыш, ҡышҡы каникулдарҙа мәжбүри күсенеүселәр ғаиләләренән балаларға ял саралары ойоштороласаҡ.

«Был граждандар өсөн үҙенсәлекле Яңы йыл буласаҡ. Улар уны өйҙә түгел, дөйөм йәшәгән урындарҙа ҡаршы ала. Барлыҡ яуаплы ведомстволар йәмәғәт тәртибен һәм янғынға ҡаршы хәүефһеҙлекте көсәйтеү буйынса саралар әҙерләгән», - тип билдәләне  Ленара Иванова.

 

Фото: bel.cultreg.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: