Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2022, 16:25

"Был эштә һәр саҡ контроль кәрәк"

Ата-әсәләрҙең мәктәп ашханаларына булған  дәғүәләре нигеҙлеме?

"Был эштә һәр саҡ контроль кәрәк"
"Был эштә һәр саҡ контроль кәрәк"

ЦУР-ҙа Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә БР сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев  күсмә тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә мәктәп ашханаларында асыҡланған етешһеҙлектәрҙе атаны.

Улар - ашнаҡсыларҙың аш-һыу әҙерләү технологияһын боҙоуы йәки үтәмәүе, түбән сифатлы продукция ҡулланыу, аҙыҡ-түлекте һаҡлау шарттарын боҙоу. Сифатһыҙ ризыҡ әҙерләү, санитар талаптарҙы үтәмәү , нигеҙҙә, туҡланыу үҙ аллы ойошторолған дөйөм белем биреү ойошмаларында асыҡлана һәм улар туҡланыуҙы ойоштороуҙың берҙәм стандартын үтәмәү менән бәйле.

 Дөйөм алғанда, 2022 йылда күсмә тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә туҡланыуҙы ойоштороуҙа асыҡланған етешһеҙлектәр һаны һиҙелерлек кәмегән.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына мәктәптәрҙә туҡланыу сифатын шәхсән контролдә тотоу үтенесе тураһында иҫкә төшөрҙө. Бындай тикшереүҙәр йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелинға уларҙың һөҙөмтәләре буйынса доклад әҙерләргә ҡушылды.

«Был эштә һәр саҡ контроль кәрәк һәм шул саҡта барыһы ла һәйбәт булыр», - тип билдәләне Радий Хәбиров.

 

 

Фото: 9111.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: