Һәр район-ҡалала был көн киң билдәләнеп уҙғарыласаҡ. Сараларҙы Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән алты төбәгендә лә үткәреү күҙаллана.
Был хаҡта БР Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхийәнов һөйләне.
Өфөлә Башҡорт теле көнө Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы майҙанда шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың һәйкәленә сәскә һалыуҙан башлана. Тантаналы шарттарҙа Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендияға танытмалар тапшырыласаҡ.
Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен популярлаштырыу маҡсатында сараларҙа билдәле шәхестәр, блогерҙар, артистар, яҙыусылар һәм шағирҙар ҡатнашасаҡ. Район һәм ҡала башлыҡтарының башҡорт телендәге шиғри флешмобы традицияға әйләнер, моғайын. Өфө урамдарында (туған) башҡорт теле тураһында билдәле шағир һәм яҙыусыларҙың цитаталары менән баннерҙар урын аласаҡ.
Был көндө Өфөнөң төрлө майҙансыҡтарында Рәми Ғариповтың шиғырҙары яңғыраясаҡ. Сауҙа үҙәктәрендәге фудкорт зоналарында сәғәт көндөҙгө 1-ҙән (13.00) 2-гә (14.00) тиклем “Шиғри аш” флешмобы ойоштороласаҡ, унда актерҙар, студенттар, мәктәп уҡыусылары, блогерҙар шиғырҙар уҡыясаҡ.
“Мега” сауҙа-күңел асыу үҙәгендә үтәсәк “Туған телем – башҡорт теле” концерт-акцияһы теләгән һәр кемде үҙенә саҡыра. Ул үҙ эшен киске алтыла (18.00 сәғәттә) башлаясаҡ. Милли музей Археология һәм этнография музейы менән берлектә күргәҙмәләр һәм интерактив майҙансыҡтар әҙерләй.
Төп сараларҙың береһе - Милли музейҙа «Тамға» III халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталарының күргәҙмәһен асыу. Күргәҙмәлә 50 оҫтаның эштәре төрлө номинацияларҙа тәҡдим ителә. Шулай уҡ күргәҙмә эшләгән осорҙа оҫталар тарафынан мастер-класстар үткәреләсәк.
Башҡорт теле көнөндә Халыҡтар дуҫлығы йортоноң барлыҡ филиалдарында төрлө субъекттарҙа йәшәгән башҡорттарҙың аутентик костюмдарына арналған видео-презентация күрһәтеләсәк, унда башҡорт теленең төрлө диалекттары ла сағыласаҡ.
Башҡорт теле көнөндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына йомғаҡ яһаясаҡ. Был көндө “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Ижади майҙан” ойошторасаҡ, ул биш мәҙәни-белем биреү майҙансыҡтарында барасаҡ.
Йыл дауамында был проект республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларында үткәрелде, унда 3 мең кеше ҡатнашты. Дыуан районы һәм Салауат ҡалаһы майҙансығы иң күп халыҡты йыйҙы.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды үткәргән “Минең Рәми” төбәк-ара шиғыр конкурсы 14 декабрҙә Гала-концерт менән тамамланасаҡ. Конкурста 800 кеше ҡатнашҡан. Еңеүселәрҙе жюри финалда һайлап аласаҡ. Шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бөйөк шағирҙың 54 тәржмәсе Туған тел шиғырын 45 телгә тәржемә иткән.
Республиканың мәғариф учреждениеларында олимпиадалар, конференциялар, төрлө уҡыуҙар уҙғарылған. 14 декабрҙә республиканың бөтә мәғариф ойошмаларында “Башҡорт телен яратам!” исемле берҙәм дәрес үтәсәк.
Башҡорт дәүләт педагогия университетында онлайн режимда Халыҡ-ара “Аҡмулла диктанты” акцияһы, ”Аҡмулла һүҙе” республика конкурсы үтәсәк.
Башҡорт теле көнө программаһын Милли йәштәр театрында “Аҡмулла” спектакленең премьераһы дауам итәсәк.
Башҡорт теле көнө барлыҡ киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыласаҡ. Теле-радио тарафынан Башҡорт теле көнөнә арналған роликтар, программалар, конкурс һәм тура эфирҙар планлаштырылған.
“Китап” нәшриәтендә “Автограф көнө” һәм балалар китаптарының презентацияһы буласаҡ.
14 декабрҙә Өфө ҡалаһында ғына 50-нән ашыу аң-белемгә, мәғрифәтселеккә арналған мәҙәни-ял саралары үтәсәк.