Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2022, 15:40

Барыһы ла балалар өсөн

22 декабрҙә Өфөлә бөтә республиканан 1000 уҡыусы Республика Яңы йыл шыршыһына йыйыла.

Барыһы ла балалар өсөн
Барыһы ла балалар өсөн

 Байрамға махсус хәрби операцияла  ҡатнашыусыларҙың, хәрби һәм хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары, уҡыу алдынғылары, предмет олимпиадаларында һәм спорт ярыштарында еңеүселәр, художестволы үҙешмәкәрлек фестивалдәре лауреаттары, ишле аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән балалар, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балалар, етемдәр саҡырылды. Уларҙың һәммәһе лә "Яңы йыл фәндәренең тылсымлы академияһы" интерактив тамашаһын ҡарай ала, яңы йыл бүләктәрен алып һөйөнәсәк. Бынан тыш, улар өсөн өс көнлөк ял ойошторола.

 Ә 27 декабрҙә бөтә район һәм ҡалаларҙа үҙҙәренең Яңы йыл шыршылары үткәрелә. Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдереүенсә, яңы йыл каникулдары осоронда” Ғаилә уйындары – 2023” ойоштороласаҡ. Муниципаль этаптар 2-6 ғинуарҙа үтә, ә 20 ғинуарҙа Яңы йыл ғаилә уйындарының финалы була.

  Яңы йыл каникулдарында республикала 900-ҙән ашыу боҙ майҙансығы, шул иҫәптән 550-нән ашыу хоккей уйнау урыны, 400 асыҡ һырғалаҡ асыла. Район-ҡалаларҙа һырғалаҡтарҙы әҙерләү башланды.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: