Банкаға һәр ваҡыт яңы өҙөлгән йәшел борсаҡ тултыралар, тип уйлаусылар яңылыша. Киптерелгән борсаҡты ла шулай уҡ консервалайҙар. Тик уның тәме айырыла.
Сифатлы йәшел борсаҡ һыуһыл, йомшаҡ һәм тәмле, кипкәнерәге һорораҡ төҫтә була. Консерваның ниндәй уңыштан яһалыуын һауыттың тышынан уҡығыҙ. Етештереүселәр унда киптерелгән борсаҡтан яһалған тип яҙырға ашыҡмай, салат борсағы тигән яҙыу менән генә сикләнә. Ҡышын консерваланған икән, билдәле, кипкәндән эшләнелеүенә шикләнергә нигеҙ бар. Йәшел борсаҡ янында һоро төҫкә ингәндәре ла осрай икән, тимәк, был партия сифатһыҙ. Ныҡ өлгөргән ҡуҙаҡлы культураны консервалағанда һыу аҡ төҫкә инә, крахмал күп сыға.
Фото: