Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2022, 23:30

Йомортҡанан рулет

Йомортҡанан төрлөләндереп ризыҡ әҙерләргә теләһәгеҙ.

Йомортҡанан рулет
Йомортҡанан рулет

 

 Рулет өсөн 4 йомортҡа, 175 г майонез (омлетҡа һәм эслеккә), 2 йомшаҡ сыр, 2 бүлкәт һарымһаҡ, укроп, тоҙ кәрәк.

4 йомортҡаға майонез менән тоҙ ҡушырға ла, яҡшылап болғатып күпертергә. Килеп сыҡҡан массаны формаға йәйелгән пергамент ҡағыҙына һалып, ҡыҙған мейестә 10 минут бешерергә. Һыуынғас, ҡағыҙы менән йөҙтүбән әйләндереп һалырға. Ике йомшаҡ сырҙы, һарымһаҡты эре ҡырғыс аша үткәреп,укропты ваҡ ҡына итеп турап, майонез һалып, бутарға. Омлет эсенә әҙер эслекте һыларға ла, рулет итеп төрөргә. Аҙыҡ пленкаһына урап, һыуытҡысҡа ҡуйырға.  Түңәрәкләп киҫергә.

 

Фото: uzbek-culinar.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: