Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Декабрь 2022, 21:51

Яңы проект башлана

#Беҙбергә Бөтә Рәсәй акцияһына ярашлы,  Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте уҡыусылар өсөн «Илемдең геройы» тип аталған яңы проект башлай.

Яңы проект башлана
Яңы проект башлана

Хәҙер һәр баланың хәрбиҙәргә хуплау һүҙҙәре менән хат яҙыуҙан тыш, Ватанға һөйөү, илһөйәрлек һәм Рәсәй һалдаттарының батырлығы тураһында шиғыр йәки йыр яҙыу, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы,  хәрби хәбәрсе, билдәле музыкант йәки йырсы менән бергә әҫәр башҡарыу мөмкинлеге бар.

Акцияға ҡушылыу өсөн социаль селтәрҙәрҙә шиғыр йәки йырҙы ҡуйып, #Движение, #МЫВМЕСТЕ, #МыВместеДети, #ГеройМоейСтраны хэштектарын ҡуйырға һәм түбәндәге һылтанма буйынса форманы тултырырға кәрәк.

Әҫәрҙәр рус телендә булырға, 2022 йылдың ғинуарынан алда баҫылмаған булырға тейеш.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: