Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Декабрь 2022, 15:35

Сит илдекеләргә тыйылды

РФ Дәүләт Думаһы депутаттары икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа сит ил граждандарына һәм гражданлығы булмаған кешеләргә Рәсәй биләмәһендә суррогат әсәлек хеҙмәттәре менән файҙаланыуҙы тыйған закон ҡабул итте.

Сит илдекеләргә тыйылды
Сит илдекеләргә тыйылды

 Был хаҡта РФ Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин белдергән.

 «Яңы закон балалар сауҙаһына юл ҡуймаҫҡа, сабыйҙарҙы бер енесле парға эләгеү йәки енәйәт, шул иҫәптән кешенең ағзаларын һатыу ҡорбандары булған хәлдән араларға мөмкинлек бирергә тейеш», – тигән ул.

Никахта торған Рәсәй граждандары, шулай уҡ яңғыҙ ҡатындар өсөн суррогат әсәләр хеҙмәте менән файҙаланыу мөмкинлеге һаҡлана. Был сикләүҙәр шулай уҡ Рәсәй гражданының сит ил гражданы менән никахта булған осраҡтарға ҡағылмай. Бынан тыш, Рәсәйҙә суррогат әсәнән тыуған бала беҙҙең ил гражданлығын ала.

 

 

Фото: nvdaily.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: