-6 °С
Болотло
Проектҡа инеү өсөн төп критерийҙар: йыллыҡ табыш 400 миллион һумдан ашыу; юридик шәхестең устав капиталында сит ил дәүләттәре һалым резиденттарының өлөшө 50 проценттан артмаҫҡа , компания эшкәртеүсе производство, ауыл хужалығы, транспорт, төҙөлөш, сауҙа өлкәләрендә эшләргә тейеш. Был турала БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итте.
Был проектта ҡатнашыу предприятиеларға эш һөҙөмтәлелеген күтәрергә мөмкинлек бирә. Унда республиканың 144 ойошмаһы ҡатнашып, дәүләт ярҙамын алыуға өлгәшкән.