Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2022, 15:30

Байрам кәйефе бүләк итәләр

Һәр ерҙә байрам кәйефе һиҙелә башланы. Салауат ҡалаһындағы Космонавтар бульварында 24-се йортта йәшәүселәр  ҙә йыл һайын балкондарын биҙәп,  урындағы халыҡты ҡыуандыра.  

Байрам кәйефе бүләк итәләр
Байрам кәйефе бүләк итәләр

Унда үткән йылдарҙа ҡышҡыһын бер нисә төрлө Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, «Балыҡсы һәм балыҡ тураһында» әкиәттән персонаждар, сысҡан менән ҡуян, ә Хэллоуинға салғы менән Үлем һәм  өрәк ҡуйылған.

Хәҙер бындағы балконды Ҡарһылыу биҙәй, ә тышта Ҡыш бабай велосипедта елә. Һай, афариндар!

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: