Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Декабрь 2022, 11:45

Ғаризалар бөгөндән ҡабул ителә

Яңы йылға Башҡортостандың мобилизацияланғандар , уларҙың ҡатындары, бәлиғ булмаған балалары һәм көндөҙгө бүлектә колледжда йәки юғары уҡыу йортонда белем алған 23 йәшкә тиклемге балалары бер тапҡыр 20 мең һум аҡса аласаҡ. БР Башлығы Радий Хәбиров ошондай  указға ҡуйҙы.    

Ғаризалар бөгөндән ҡабул ителә
Ғаризалар бөгөндән ҡабул ителә

 

  Башҡортостан юлдаш телевидениеһында үткән брифингта  Ленара Иванова белдереүенсә, аҡса мобилизацияланған хәрбиҙәрҙең махсус асылған иҫәбенә киләсәк. Ғаилә ағзаларына халыҡты социаль яҡлау органдары, Күп функциялы үҙәктәр йәки дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ғариза биреү етә. Түләүҙәрҙе  алыу өсөн хәрби комиссариаттан белешмә алыу шарт. Башҡа документтар йыйырға кәрәкмәйәсәк. Аҡсалар  26 декабргә тиклем түләнеп бөтәсәк.

  – Ярҙамды мобилизацияланғандарҙың законлы ҡатындары ғына аласаҡ. Шулай уҡ ул бәлиғ булмаған балаларына һәм уҡыу йортонда көндөҙгө бүлектә уҡыған 23 йәшкә тиклемге балаларына тейеш. Бала сит төбәктә уҡыһа, уҡыу урынынан белешмә кәрәк буласаҡ. Ата-әсәләренә һәм башҡа туғандарына ярҙам ҡаралмаған. Был маҡсаттан республика бюджетынан 400 миллион һум аҡса бүленәсәк. Түләүҙәрҙе алыу өсөн 6 декабрҙән алып мөрәжәғәт итергә мөмкин, – тине министр.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: