Белеүегеҙсә, социаль педагогтар йыш ҡына "ауыр" балалар менән эшләй. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы тарафынан да психофизиологик көсөргәнешле һөнәрҙәр буйынса пенсияға алдан сығарыу тәртибе раҫланған. Депутаттар тап ошоға һылтана ла. Тик бөгөн махсус учреждениеларҙа эшләүсе соцпедагогтар ғына бындай льготаға эйә. Ә мәктәптәрҙәгеләргә ундай ташлама ҡаралмаған. Был ғәҙел түгел, тип иҫәпләй парламентарийҙар. Бөтә социаль педагог та тиң ҡарауға хоҡуҡлы.
Әйткәндәй, Хөкүмәт Рәйесенән ебәрелгән хатта мәктәп директоры һәм балалар баҡсалары мөдирҙәре лә шундай льготанан файҙаланырға тейешлеге лә билдәләнгән.
Фото: РИА-Новости.