Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2022, 14:15

Өфө полицияһы мутлыҡта ғәйепләнеүсене эҙләй

Ҡыйыҡтан фатирға һыу ағыу мәсьәләһен суд аша хәл итер өсөн хужалар адвокат яллаған - 1997 йылғы Скрипин Олег Георгиевич менән килешеү төҙөп, уға ун мең һум аҡса түләгәндәр.  

Өфө полицияһы мутлыҡта ғәйепләнеүсене эҙләй
Өфө полицияһы мутлыҡта ғәйепләнеүсене эҙләй

Байтаҡ ваҡыт дауамында адвокат, ултырыштар бара, ләкин төрлө сәбәптәр арҡаһында мәсьәләне ҡарау процесы оҙаҡҡа һуҙыла, тип алдап йөрөгән. Һуңынан, хеҙмәтләндереүсе компания судтың ҡарары буйынса һеҙгә 200 мең һум самаһы аҡса түләргә тейеш, әммә оҙайлы процесҡа бәйле, адвокат хеҙмәте өсөн тағы ла туғыҙ мең һум түләргә кәрәк, тип хәбәр иткән. Ләкин суд ҡарарын күрһәтмәгән, бер аҙҙан бөтөнләй бәйләнештән юғалған.

Мутлыҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Әгәр Скрипиндың ҡайҙа икәнлеген белһәгеҙ,  8(347) 279–40–69, 8(347) 279-39-02, 8(347) 279-32-92 йәки 02 (кеҫә телефонынан 102) номерҙары буйынса шылтыратығыҙ.

Фото: БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: