+8 °С
Болотло
Хөкөм ителеүселәр биш гражданға фиктив паспорттар һәм башҡа документтар әҙерләп, уларҙы кредитҡа тауар һатып алыу, шулай уҡ финанс ойошмаларында займдар алыу өсөн файҙаланған. Енәйәтселәрҙең законһыҙ эш итеүе һөҙөмтәһендә компанияларға 1,6 миллион һумдан ашыулыҡ зыян килтерелгән. Суд дүрт кешегә 100-150 мең һум күләмендә штраф менән 5 йылға һынау срогы менән 4, 6 айҙан 5 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарҙы. Элек хөкөм ителеүен иҫәпкә алып, енәйәт эшенең бишенсе фигуранты 15 йыл да 6 ай төрмәлә ултырасаҡ.