Ҡотлайбыҙ!
Бөгөн танылған шағир, публицист, әҙәби тәнҡитсе, ғалим-педагог, профессор, тарих фәндәре кандидаты, филология фәндәре докторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре Фәнил Тимерйән улы Күзбәковҡа – 70 йәш.
БДУ-ла күп йылдар дауамында журналистар әҙерләгән хөрмәтле остазыбыҙҙы күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Уға ныҡлы һаулыҡ, илһамлы ижад, фәндә һәм тормошонда үҙе билдәләгән юлдарҙан артабан да ышаныслы атлауын теләйбеҙ. Ялҡын тулы йөрәгегеҙҙән дәрт тә, дарман да ҡайтмаһын. Изге уй-хыялдар, алдағы көндәргә өмөт һәм ышаныс, шул уҡ ваҡытта күңел бөтөнлөгө менән артабан да ғүмер үрҙәренә именлектә артылырға яҙһын!