Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Декабрь 2022, 13:45

«Медсанбат» эш башлай

Башҡортостанда тиҙҙән «Медсанбат» колл-үҙәге эш башларға тейеш.

«Медсанбат» эш башлай
«Медсанбат» эш башлай

 Операторҙар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға нисек һәм ҡайҙа тикшереү йәки реабилитация үтеү, Башҡортостан шифаханаларында сәләмәтлекте нығытыу кеүек һәм башҡа һорауҙарға яуап бирә. Был хаҡта Республика һуғыш ветерандары клиник госпиталенең баш табибы Хәлил Мостафин белдерҙе.

Уның һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта республикала 349 кеше – стационарҙа, 999-ы амбулатор шарттарҙа дауаланған, 6 пациентҡа юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелгән. Махсус операцияла ҡатнашҡан 20-нән ашыу яҡташыбыҙ медицина реабилитацияһы үтергә ебәрелгән,  33 яугир шифаханала ял иткән.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: