Унда быйыл автомобиль юлдарын ремонтлауға йомғаҡ яһалды һәм 2023 йылға бурыстар билдәләнде. Андрей Назаров билдәләүенсә, илебеҙ Президенты Владимир Путин юл төҙөүселәр алдына ҙур бурыстар ҡуйҙы. 2027 йылға тиклем Рәсәйҙең терәк селтәренә ингән төбәк әһәмиәтендәге автомобиль юлдарының 85 процентын норматив хәлгә килтерергә кәрәк. Үҙ сиратында, республиканың терәк селтәре иң оҙоно - 4000 саҡрым самаһы. Әлеге ваҡытта уларҙың 59 проценты норматив талаптарға тап килә.
– Быйыл беҙҙең юл фонды 42 миллиард һумдан ашыу тәшкил итте. Шул уҡ ваҡытта федераль бюджеттан 14 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән. Дөйөм алғанда, 1200 саҡрымдан ашыу юлды ремонтлау һәм төҙөү талап ителә. Реконструкциянан һәм ремонттан һуң дөйөм оҙонлоғо 1400 метрҙан ашыу булған күперҙәр яҡшыртыласаҡ.
Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Ғарипов хәбәр итеүенсә, әле республика буйынса ремонт, реконструкциялау һәм төҙөлөш буйынса объекттар тамамланыу алдында йәки ҡабул итеү процедуралары, кәрәкле документтарҙы рәсмиләштереү бара. 2022 йылда башҡарылған эш һөҙөмтәһендә норматив талаптарға тап килгән терәк селтәрҙәге юлдар оҙонлоғоноң өлөшө 63,8 процентҡа етергә тейеш. 2023 йылда юл комплексы алдында Өфө ҡалаһынан «Көнсығыш сығыу юлы» кеүек федераль финанслауҙы һәм Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 450 йыл тулыу уңайынан саралар исемлегенә индерелгән объекттарҙы йәлеп итеп, ҙур инфраструктура объекттарын ғәмәлгә ашырыу эштәрен дауам итеү бурыстары тора. Киләһе йылда бөтәһе 62 саҡрым юлды һәм Рәсәй Федерацияһының терәк селтәренә ингән 802 метр оҙонлоҡтағы 5 күперҙе ремонтлау күҙаллана.
«Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проектын тормошҡа ашырыу барышында эштәр дауам итәсәк.
Фото: bizber.ru