Мөмкинлектәре сикле һәм ҡоро режимда ғына үтекләргә яраҡлы булғанлыҡтан, ябай үтектәр хәҙер етештерелмәй тиерлек. Улар төрлө туҡыманан тегелгән кейемде өтөп, кейергә яраҡһыҙ итмәҫ өсөн, табанының температураһын билдәләүсе регулятор менән генә йыһазландырылған. Һатыуҙа ла хаҡтары арзан.
Йылылыҡ регуляторы һәм һиптерткесе булған үтектәр арзан хаҡҡа булыуға ҡарамаҫтан, халыҡтың әллә ни ихтыяж кисермәүе сәбәпле, көндән- көн әҙерәк етештерелә. Уларҙың ныҡ бөтәрләнгән һәм ҡалын туҡымаларға көсө етмәй.
Пар үтеге ҡоро һәм еүеште үтекләү өсөн ҡулланыла. Башҡа төрҙәргә ҡарағанда ҙур һорау менән файҙалана. Күп функциялы булыуы, бөтә туҡыманы ла яҡшы үтекләүе, пар менән үтекләү функцияһы булыуы, кейем өҫтөндә яҡшы шыуыуы һ. б. өҫтөнлөктәре күп.
Пар генераторлы үтектәрҙе икенсе төрлө пар станцияһы тип тә атайҙар. Улар ҙур һыу резервуарына һәм көслө пар биреү мөмкинлегенә эйә. Башҡаларға ҡарағанда, күпкә ҡиммәтерәк, әммә көндәлек ҡулланыу өсөн һатып алыуҙың кәрәге юҡ. Сөнки улар кер йыуыу бүлмәләренә, оҫтаханаларға, ательеларға тәғәйенләнгән.
Юл үтеге фунциялары йәһәтенән ябайыраҡ , әммә бәләкәй һәм еңел булыуы менән йөрөтөүгә уңайлы.
Сымһыҙ үтек. Үтекләгән ваҡытта сымдың кейемгә эләгеп һәки сырмалып эштән бүлдермәүе, яйлы булыуы менән башҡаларҙан өҫтөн. Хаҡы ҡиммәт.
Үтек һайлағанда шуға иғтибар итегеҙ, сифатлы үтек билдәләгән температураны яҡшы һаҡларға тейеш.
Фото: