Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ноябрь 2022, 10:15

"Барс" батальоны ойоштороласаҡ

Башҡортостанда дүртенсе ирекмәндәр батальоны ойошторола.

"Барс" батальоны ойоштороласаҡ
"Барс" батальоны ойоштороласаҡ

Ул «Барс» тип аталасаҡ. Ул башҡаларҙан нимә айырылып торасаҡ. БР хәрби комиссары Михаил Блажевич белдереүенсә, яңы отрядтың ирекмәндәренә талаптар ябайыраҡ буласаҡ. Һаулыҡ торошона, йәшенә һәм контрактты рәсмиләштереү нескәлектәренә иғтибарлы ҡараясаҡтар. Бынан тыш, хәрби хеҙмәткәрҙәргә оҙайлы срокка контракт төҙөргә кәрәкмәй. Батальонда шулай уҡ өлөшләтә мобилизация талаптары менән сағыштырғанда йәш сикләүҙәре лә юғарыраҡ буласаҡ.

 – «Барс» хәрби округта ҡатнашырға теләгән, әммә теге йәки был сәбәптәр арҡаһында Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләмәгән граждандарҙан торасаҡ, - тип билдәләй Блажевич.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас в