Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ноябрь 2022, 17:35

Аҡса картаһына арест һалынмаясаҡ

Бурыстары булыуға ҡарамаҫтан, мобилизацияланғандар һәм үҙ ирке менән махсус операцияға юлланғандарҙың   аҡса карталарына арест һалынмаясаҡ. Әммә был алимент буйынса бурыстарға ҡағылмай.  

Аҡса картаһына арест һалынмаясаҡ
Аҡса картаһына арест һалынмаясаҡ

РФ Дәүләт Думаһы депутаттары яңы закон проектын ҡарап,  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың иҫәбендәге аҡсаға арест һалыуҙы тыйған төҙәтмәләр индерҙе.

Был үҙгәрештәр мобилизацияланғандарға һәм ирекмәндәргә ҡарата суд эштәрен туҡтатыуға ҡағыла.

Хәҙер, әгәр кеше хәрби хәрәкәттәр зонаһына юлланһа, банктарға һәм приставтарға башҡарыу производствоһы сиктәрендә уның аҡсаһын алыу тыйыла. Шул уҡ ваҡытта ундайҙарҙың иҫәбенә арест һалыу мөмкинлеге бар. Был осраҡта яугирҙар ҙа, уларҙың ғаилә ағзалары ла үҙҙәренә тейешле бер тапҡыр бирелә торған һәм айлыҡ түләүҙәрҙән файҙалана алмай.

 

Үҙгәрештәрҙең авторҙары — «Берҙәм Рәсәй» партияһы вәкилдәре.

 

Фото: ptoday.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: