Новости
29 Ноября 2022, 08:00

Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә

Өфөлә полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә арналған дзюдо буйынса команда ярыштары  уҙғарыла.  

Артур Әхмәтханов иҫтәлегенәАртур Әхмәтханов иҫтәлегенә
Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә

 

Ярыштарҙа Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан 200-ҙән ашыу спортсының ҡатнашыуы көтөлә.

Сараны асыу тантанаһы 3 декабрҙә Өфөнөң Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә киске сәғәт 5-тә башлана.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 25-27 ноябрҙә Өфөлә полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә көрәш буйынса бөтә Рәсәй турниры уҙғайны.

 

 

Фото: judorb.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас