Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Ноябрь 2022, 16:55

45 мең кеше юридик ярҙам алған

  РФ  Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм закондар сығарыу буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе  Ирина Панькина Өфөлә үтәсәк “Хоҡуҡтың гуманитар миссияһы – заманыбыҙҙың йүнәлеше” VIII дөйөм Рәсәй юридик форумы уңайынан бөгөн журналистар менән осрашты һәм уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.  

45 мең кеше юридик ярҙам алған
45 мең кеше юридик ярҙам алған

 

«Республика халҡы үҙ хоҡуҡтарын яҡларға өйрәнә һәм быны эшләргә мөмкинлек биргән механизмдарҙы ла үҙләштерә. “Рәсәй юристары ассоциацияһы”ның Башҡортостан бүлексәһе иң көслө һәм йоғонтоло, юғары кимәлдәге юристар берләшмәһе   булып иҫәпләнә. Беҙ юристар йәмғиәтенең берләшеүен, көсәйеүен күреп торабыҙ, уның  бүлексәләре һәр районда асылырға тейеш, халыҡты хоҡуҡи яҡтан мәғлүмәтле итеүгә ҙур иғтибар бирергә кәрәк”, – тип иҫәпләй парламентарий.

15 йыл эшләү осоронда Рәсәй Юристар ассоциацияһының төбәк бүлексәһе ағзалары 45 мең кешегә бушлай консультация биргән.  Быйыл туғыҙ айҙа – 3,5 мең кеше юридик ярҙам алған.

Составы буйынса иң ҙур юридик  ойошмала  78 бушлай юридик ярҙам үҙәге ойошторолған. Быйыл Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларынан төбәккә килеүсе мәжбүри күсенеүселәрҙән 700 кешегә һәр яҡлап хоҡуҡи ярҙам күрһәтелгән. Юристар уларҙың ваҡытлыса йәшәү урындарында ун мәртәбә граждандарҙы ҡабул иткән.

Ассоциация юристары  шулай уҡ социаль проекттарҙа ла әүҙем  ҡатнаша.

Журналистар  менән осрашыуҙа  Ирина Панькина Дәүләт Думаһындағы закондар сығарыу эшмәкәрлеге һәм яңы закон проекттары тураһында ла һөйләне.

 

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: