БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа «Башҡортостан Республикаһында һунар һәм һунарсылыҡ ресурстарын һаҡлап ҡалыу тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 11-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон проектын ҡараясаҡ. Закон проектына ярашлы, ҡорал һәм патрон хужаһы уларҙы һунарсы билеты һәм махсус рөхсәт ҡағыҙы менән һунарсыларға ғына тапшыра ала. Үҙ сиратында, һунар инспекторҙары тейешле документтарҙы тикшереүгә хоҡуҡ аласаҡ.
Документҡа үҙгәрештәр ҡорал тураһында ҡануниәтте камиллаштырыуға һәм һунарсылыҡ туризмын үҫтереүгә йүнәлтелгән, тип билдәләй БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Һунар ваҡытында ҡоралды законға ярашлы тапшырыу бөтә донъяла коммерция һунары өсөн мөһим хоҡуҡи шарт булып тора. Яңылыҡтар 2023 йылдың 15 июлендә үҙ көсөнә инәсәк.
Фото: hunt-dogs.ru