Новгород гусляры Садко тураһындағы героик- тарихи йырға нигеҙләнгән музыкаль әҫәр – Башҡортостан операһы өсөн яңы спектакль. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры - Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Асҡар Абдразаҡов. Дирижер пульты артында - Рәсәйҙең халыҡ артисы Феликс Коробов. Операла театрҙың опера һәм балет труппалары, шулай уҡ хор тулыһынса йәлеп ителгән. Тамаша ваҡытында сәхнәлә бер үк ваҡытта 200-ҙән ашыу кеше тора. Спектакль тамамланғас, республика Башлығы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры труппаһы артистары менән осрашты.
– «Садко» премьераһы - республикабыҙ мәҙәни тормошонда әһәмиәтле ваҡиға. Ижади коллективҡа шундай матур тамаша өсөн рәхмәт белдерәм, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Беҙ Башҡортостан халҡы һәм ҡунаҡтары күңеленә хуш килгән яңы спектаклдәргә ярҙам итергә әҙербеҙ. Ә «Садко» операһын, әлбиттә, Мәскәүҙең иң ҙур сәхнәләренең береһендә күрһәтәсәкбеҙ.
Театр артистары, үҙ сиратында, республика етәкселегенә төбәктең мәҙәни тормошон үҫтереүгә булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.