Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Ноябрь 2022, 12:30

Хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә

Буласаҡ ил һаҡсылары хәрби бурыстарын үтәргә Ҡораллы Көстәргә  юллана.  

Хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә
Хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә

 

Башҡортостанда көҙгө саҡырыу кампанияһы дауам итә. Быйыл саҡырыу бер айға һуңыраҡ, 1 ноябрҙә башланды – был өлөшләтә мобилизация менән бәйле. Республиканан Ҡораллы Көстәргә дүрт мең кеше юлланасаҡ.

Буласаҡ ил һаҡсылары хәрби частарға барыр алдынан, уларға хеҙмәт итеү өсөн кәрәкле инвентарь, экипировка тапшырыла. Алда егеттәрҙе ант ҡабул итеү, шулай уҡ йәш яугир курсы көтә. Быйыл хәрби частарҙа әҙерлек этабы биш айға тиклем арттырылды.

 

БР  хәрби комиссары Михаил Блажевич белдереүенсә, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға йәлеп ителмәйәсәк. Төп ваҡытты егеттәр хәрби һөнәр үҙләштереүгә арнаясаҡ.

 

Көҙгө саҡырылыш 2022 йылдың 31 декабрендә тамамлана.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: