Унда 35 йәшкә тиклемге йәш ғаиләләр, шулай уҡ яңғыҙ ата-әсәләр ҡатнаша ала. Конкурс шарттары буйынса анкета тултырырға һәм «Ғаиләнең тыуыуы» (ғаилә ҡороу тарихы), “Мин ғорурланам” (ғаилә ағзаларының героизмы, уларҙың Башҡортостан һәм ил алдындағы ҡаҙаныштары), «Беҙҙең традициялар», «Беҙҙең ял» (ғаилә байрамдары, сәйәхәттәре һәм башҡалар тураһында) һәм «Беҙ ғаилә проекты йәки бизнес тураһында» (берлектәге ғаилә проекты тураһында) номинацияларында тематик ролик төшөрөргә кәрәк. Ғаризалар һәм видео 6 декабргә тиклем [email protected] электрон почтаһына ҡабул ителә. Эксперттар иң яҡшы 10 эште һайлай. 13 декабрҙән 15-нә тиклем махсус бүләккә эйә булыусыны билдәләү өсөн социаль селтәрҙәрҙә онлайн-тауыш биреү ойошторола.19 декабрҙә конкурсҡа йомғаҡ яһала.
Фото:padekhealth.com