Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Ноябрь 2022, 11:40

Балан менән ҡабаҡтан джем

Көҙгө уңыштан ҡалған ҡабаҡ менән баландарығыҙ әле лә барҙыр, моғайын.  Түбәндә әҙерләйәсәк джем бәлештәрҙең эслектәре өсөн бик тәмле буласаҡ.  

Балан менән ҡабаҡтан джем
Балан менән ҡабаҡтан джем

 

Баланды дуршлагта парҙа иҙелә биргәнсе  тотоғоҙ ҙа, иләк аша үткәрегеҙ.Ҡабаҡты турап,  бешереп, блендер менән  иҙегеҙ. Балан менән икеһен дә бергә бутап, шәкәр һалып, һүрән утта  болғай- болғай 40 минут бешерегеҙ. Джем әҙер.

 

 

Фото:ideireceptov.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: