Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ноябрь 2022, 23:05

Ял итеүселәргә уңайлыҡтар булдырылды

Абҙан шарлауығы янында глэмпинг булдырылған. Был хаҡта социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдергән.  

Ял итеүселәргә уңайлыҡтар булдырылды
Ял итеүселәргә уңайлыҡтар булдырылды

 

“Умарта кеүек беседкалар, мунса-мискәләр, балалар майҙансыҡтары, автотуҡталҡалар – былар барыһы ла Архангел районының Абҙан ауылы янында – Абҙан шарлауығы янында булдырылған глэмпинг. Башҡортостандағы иң матур һәм билдәле шарлауыҡтарҙың береһе ул. Йәйгеһен бында туристар күп. Ә хәҙер ҡышҡыһын да килә башлаясаҡтар.

Глэмпингты эшҡыуар Рафаэль Ғизәтуллин төҙөгән. Былтыр йәй ул Архангел районында үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә булғайны. Йүнселдең тәҡдимен хупланылар, документтар менән ярҙам иттеләр һәм ер участкаһына бәйле мәсьәләләрҙе хәл иттеләр, сығымдарҙы ҡаплауға нисек субсидия алырға мөмкин булыуын аңлаттылар. Хәҙер был күркәм йорттарҙа туристар өсөн бөтә уңайлыҡтар бар.

Урындарҙа бизнес-шәрифтәрҙең эше дауам итеүенә, башлыҡтар менән бергә эшҡыуарҙарға проекттарын бойомға ашырырға ярҙам күрһәтеүҙәренә бик шатмын.

Иҫегеҙгә төшөрөп үтәм, Башҡортостандың һәр районының бизнес-шәрифтәр исемлеге ошо һылтанма буйынса: https://investrb.ru/ru/business/business_sheriffs.php

Барығыҙға ла уңыштар теләйем!"– тип яҙған ул.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: