Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ноябрь 2022, 14:35

Урман янғындары әҙерәк теркәлгән

Башҡортостан 2022 йылда урман янғындарына ҡаршы һөҙөмтәле көрәшкән тәүге биш төбәк иҫәбенә инде.

Урман янғындары әҙерәк  теркәлгән
Урман янғындары әҙерәк теркәлгән
Башҡортостан 2022 йылда урман янғындарына ҡаршы яҡшы көрәшкән тәүге биш төбәк иҫәбенә инде

Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығынан алынған мәғлүмәттәргә таянып, түбәндәге һандарҙы килтерергә була:
  2022 йылда республика биләмәһендә 66 урман янғыны теркәлгән, был 2021 йыл менән сағыштырғанда 454 янғынға аҙыраҡ.
  Шуларҙың 40-ы ут менән һаҡһыҙ эш итеү һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан.
  21-е - тәбиғи факторҙарға бәйле (күк күкрәүе, быяла аша ҡояш нурҙарының ҡыҙҙырыуы)
  2-һе - янғындың техноген объекттан һәм 1-һе - башҡа категория ерҙәрҙән күсеүе һөҙөмтәһендә сыҡҡан.
  2022 йылда урман янғындарының дөйөм майҙаны 318,7 гектар тәшкил иткән.

Төбәктә урман янғындарын иҫкәртеү буйынса ниндәй саралар үткәрелә?

  Дәүләт урман инспекторҙары тарафынан урман фондын 20,8 мең тапҡыр күҙәтеү ойошторолған, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы һәм Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты менән ведомство-ара эш итеү сиктәрендә 1600 рейд ойошторолған.

  Пилотһыҙ аппараттар ярҙамында мониторинг алып барыла.

  Урмандарҙы йыһан мониторингы ярҙамында күҙәтәләр. Янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел башланғандан алып бөтә ерҙәрҙә дөйөм майҙаны 10 меңдән ашыу гектар ерҙә 496 термонөктә теркәлгән.

  Календарҙа билдәләнгән ваҡытҡа ярашлы урмандарҙа янғын һүндереү ҡоролмалары урынлаштырылған.

  Башҡортостанда йәнә Республика Башлығы Радий Хәбировтың указы буйынса һатып алынған күп маҡсатлы Ка-32А11ВС вертолеты ярҙамында 4,1 миллион гектар майҙанда урман фондын авиация ярҙамында күҙәтеү алып барыла.

2022 йылда ошо саралар ярҙамында Башҡортостандағы урман янғындарын һүндереү тиҙлеге 100% тәшкил иткән. Бөтә янғын сығанаҡтары ла бер тәүлектән әҙерәк ваҡыт эсендә һүндерелгән. Иң мөһиме - бәхетһеҙлек осраҡтарына, шул иҫәптән урман янғындарының ауыл биләмәләренә һәм иҡтисад объекттарына күсеүенә юл ҡуйылмаған.

2023 йылда Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы белгестәре төбәктә өҫтәмә рәүештә урман янғындарын иртә асыҡлау өсөн 12 видеокамера ҡуясаҡ.
 
 
Сығанаҡ: Аңлатабыҙ, Башҡортостан.
 
 
Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: