Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ноябрь 2022, 13:50

Сүп-сар сығарыуға - 1,7 миллиард һум

 Сүп-сар сығарыу өсөн 1,7 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк.  

Сүп-сар сығарыуға - 1,7 миллиард һум
Сүп-сар сығарыуға - 1,7 миллиард һум

 Иң тәүҙә Сибай һәм Стәрлетамаҡ хәүефле объекттарҙан ҡотоласаҡ.

«Быйыл ошо маҡсатҡа  430 миллион һум самаһы тотонола, киләһе йылда был сумма  бер миллиард һум тәшкил итәсәк», - тип асыҡлыҡ индерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Финанслауҙың дөйөм күләме 1,7 миллиард һум самаһы тәшкил итә. Был республика ҡалалары эсендә алты законһыҙ сүплекте юҡ итергә мөмкинлек бирә.

   Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, законһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөү буйынса саралар «Экология» милли проектының «Таҙа ил» федераль проекты сиктәрендә 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Ул ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын күмеү менән экологик зыянды кәметеүгә йүнәлтелгән.

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: