Әгәр ҙә эштә кәйефегеҙҙе төшөрһәләр йә нимәгәлер көйөнһәгеҙ, өйгә ҡайтҡас тынсланығыҙ ҙа , арыған аяҡтарығыҙға ял бирегеҙ. Тасҡа йылымыс һыу һалығыҙ ҙа, унда 3 аш ҡалағы эре тоҙ һалып эретегеҙ. Аяҡтарығыҙҙы шул һыуға тығып, 10-15 минут ултырығыҙ. Эстән генә: “Мине борсоған бөтә нәмә һыуға сыға”, – тип ҡабатлағыҙ. Уның менән бергә стресс та сыға , имеш.
Уйығыҙ менән шарлауыҡ аҫтына баҫығыҙ. Ҡулдарығыҙҙы сәскә тажы кеүек итеп юғары күтәрегеҙ. Һеҙҙең ҡулда– Ай, уңда Ҡояш тип күҙ алдына килтерегеҙ. Күк есемдәренән һаулыҡ һорағыҙ. Тәнегеҙҙә көсөргәнеш барлыҡҡа килтергән талсығыу бөтөүен һиҙерһегеҙ, үҙегеҙҙе тынысыраҡ тоя башларһығыҙ.
Тағы ла шундай кәңәш. Стресты бөтөрөүгә ҡарағанда, уны булдырмау яҡшыраҡ.Иртәнсәк уйығыҙҙан ғына аҡ япмаға уранығыҙ. Уны онотмай көнө буйына “йөрөтөгөҙ”. Ул һеҙгә кәйефегеҙҙе төшөрмәҫкә, түҙемлек һаҡларға, башҡаларҙың ҡарашынан һаҡланырға, кәйефегеҙҙе ҡырған һүҙҙәренә, ҡылыҡтарына иғтибар итмәҫкә булышлыҡ итер.
Фото:krot.info