Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Ноябрь 2022, 17:10

Аяҡтарығыҙҙы өшөтмәгеҙ!

Аяҡ һыуландымы, ауырығаныңды көт тә тор. Табан өшөһә, нимә эшләргә?

Аяҡтарығыҙҙы өшөтмәгеҙ!
Аяҡтарығыҙҙы өшөтмәгеҙ!

 

1.Тиҙ генә аяҡ кейемен алмаштырыу сараһын күрегеҙ йәки олтораҡтарын киптерергә ҡуйығыҙ.

  1. Аяҡ кейемен алмаштырғансы, табанды ҡулығыҙ менән йылытығыҙ. Спиртлы шыйыҡсалар, йылытҡыс майҙар һөртөү ҙә яҡшы. Табандарҙы ҡыҙартҡансы ышҡырға кәрәк.
  2. Табанды йылытыу өсөн гәрсис, спиртлы борос төннәтмәһе лә яҡшы. Уларҙы туҡымаға мансып, шуның менән ышҡығыҙ.
  3. Һыуыҡ тейеүҙән һаҡланыуҙың иң яҡшы ысулы – диңгеҙ тоҙо. Гәрсис һалынған йылы ваннаға аяҡтарығыҙҙы тығып ултырыу ҙа һеҙҙе йылытыр.
    5. Аяҡтарығыҙ һыуланған, өйөгөҙгә тиҙ генә ҡайта алмайһығыҙ икән , нәскиҙәрегеҙҙе алмаштырып, аяғығыҙға целлофан пакет кейеп, яңынан итектәрегеҙҙе кейегеҙ.
  4. Өшөгәнһегеҙ икән, борос, тәмләткестәр һалынған йылы аш ашағыҙ. Ас йөрөгәндә кеше ныҡ өшөй.Үлән сәйҙәре, бал, еләк ҡайнатмаһы менән сәй эсеү ҙә йылынырға ярҙам итә.

7. Урамда ямғыр яуа йәки ҡар иреп, һыу эркелеп ята икән, тышҡа сыҡҡанда итек эсенән бахила кейеп йөрөгөҙ. Нәскиҙәрегеҙ бер ҡасан да һыуланмаҫ.

 

 

Фото: malishichki.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: