Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Ноябрь 2022, 14:05

Карантин индерелде

 Баймаҡ районында Себер ҡоралайы пастереллезы буйынса карантин индерелде.   

Карантин индерелде
Карантин индерелде

Бындай ҡарар бер ҡырағай хайуан үлгәндән һуң ҡабул ителгән.

  Республика Ветеринария идаралығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, карантин Йылайыр ауыл советының Урал ауылынан биш саҡрым төньяҡтараҡ һунарсылыҡ участкаларында индерелгән. Улар төбәк Һунарсылар һәм балыҡсылар ассоциацияһына беркетелгән.

   Бойороҡ карантин зонаһына бирешеүсән йәнлек- хайуандарҙы индереүҙе һәм сығарыуҙы, уларҙы күсереүҙе, көтөүҙе, мал аҙығын әҙерләүҙе һәм сығарыуҙы өлөшләтә тыя. Шулай уҡ документта сирҙе бөтөрөү өсөн кәрәкле саралар яҙылған.

Ноябрь башында Башҡортостан һунарсылар ассоциацияһы ағзаһы Алексей Пономаренко Березовка ауылы янында ауыҙынан шайыҡлы күперек сығып торған ҡоралайға тапҡан булған.  Һуңынан ветеринарҙар уны үле килеш тапҡан һәм тикшереү өсөн ҡан алған.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас в