Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь 2022, 19:00

«30 мең отҡанмын, тип уйлағайным»

Лоторея билетын бик һирәк һатып алһа ла республикабыҙҙағы бер ҡатынға бәхет йылмайған. Ул 30 миллион һум аҡса отҡан.

«30 мең  отҡанмын, тип уйлағайным»
«30 мең отҡанмын, тип уйлағайным»

«Хәбәр килгәс, шунда уҡ «Столото» ҡушымтаһына индем. 30 мең  отҡанмын, тип уйланым. Шул суммаға ла шул тиклем ҡыуанып, ирем янына телефон экранын күрһәтергә йүгерҙем. Тормош иптәшем иғтибар менән ҡарап, меңдәр генә түгел, миллиондар отоуымды әйтте. Бындай уңышҡа ышаныу ҡыйын ине, шуға отоштоң трансляцияһы яҙмаһын  ҡараныҡ. Алып барыусы был еңеүҙең Башҡортостан бәхетенә эләгеүе хаҡында иғлан иткәс, мин барыһын да аңланым һәм бәхеттән етенсе ҡатында инем», – ти ҡатын.

Яңыраҡ улар фатир һатып алып, тиҙерәк ремонт яһарға теләгән булған. Хәҙер был аҡсаны ремонтҡа һәм яңы йыһаздар һатып алырға тотонасаҡтар.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: