– Бына 46 йыл инде БМО-ның Женева ассоциацияһы БМО ағзаһы илдәренең күбеһе ҡатнашлығында хәйриә йәрминкә-баҙары ойоштора. Унда һәр ил традицион милли сувенирҙар һәм аш-һыу әҙерләй. Былтыр БМО ҡарамағындағы Рәсәйҙең вәкиллеге иң яҡшы милли стенд өсөн тәүге бүләккә лайыҡ булғайны.
Быйыл республиканан сәксәк, бал, алкоголһеҙ бальзам, пиалдар, матрёшкалар ебәрҙек. Йыйылған аҡса бөтә донъя буйынса мохтаж балаларға ярҙам итеү өсөн хәйриә проекттарын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә, – ти республикабыҙҙың Тышҡы иҡтисад бәйләнештәре һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Фото: Т. АМАНОВ.