Андрей Назаров билдәләүенсә, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға өҫтәмә торлаҡ гарантияһына хоҡуҡ республика законы менән нығытылған.
- Әлеге ваҡытта торлаҡ бинаһы тейеш булған етем-балалар исемлегендә 7857 кеше иҫәпләнә. Был мәсьәләне хәл итеүҙе тиҙләтеү өсөн киләһе йылдан 23 йәше тулған етемдәргә торлаҡ һатып алыу өсөн сертификаттар биреләсәк. Бының менән улар республикаһының теләгән ҡала һәм районында торлаҡ һайлай ала, – тине Андрей Назаров.
2021 йылда был категорияға ҡараған граждандарҙан 762 кеше йәшәр урын менән тәьмин ителгән. 2022 йылда 943 етемдең торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү планлаштырыла.