Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Ноябрь 2022, 16:45

Циркта ремонт ҡасан башланыр?

Өфөләге цирк бинаһында капиталь ремонт йәнлектәрҙе ҡарауға яңы талаптар индерелеүе арҡаһында кисектерелгән.  

Циркта ремонт ҡасан башланыр?
Циркта ремонт ҡасан башланыр?

 

Төҙөкләндереү эштәре быйыл башланырға тейеш булған.

БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Гөлдәр Хәмитова БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың  «Мәҙәниәт» милли проекты үтәлешен контролдә тотоу буйынса эшсе төркөм ултырышында ошо хаҡта хәбәр итте. Ул бина федераль учреждение – Рәсәй дәүләт циркыныҡы булһа ла, республика был объектҡа ярҙам итергә ниәтләнгәйне, тип билдәләне. Урындағы етәкселек  проект-смета документацияһына бюджеттан тыш аҡсалар -– 50 миллион һум табырға ярҙам иткән. Һуңынан федераль финанслауға ғаризалар бирелгән.

«Былтыр беҙҙең 1,34 миллиард һум аҡса йәлеп итеү һәм ошо объектты башлау мөмкинлеге булды. Әммә тормош бер урында тормай: цирк хайуандарын аҫрау буйынса талаптар үҙгәргән. Артабан иҫкәрмәһеҙ эшләү өсөн проект-смета документацияһына үҙгәрештәр индерергә тура килде», – тине Гөлдәр Хәмитова.

  Яңыртылған проект әле экспертиза үтә. Шуның менән бергә Рәсәй дәүләт цирк компанияһы биргән федераль финанслауға ғариза ла Рәсәй Мәҙәниәт министрлығында ҡарала.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: