1 л йылы һыуға бер ус һуған ҡабығы һалып, һүрән утта 2– 3 минут ҡайнатырға. Һыуытырға һәм һөҙөргә. Гөлдәргә һибеү өсөн төнәтмәгә 1:5 исәбеннән, япраҡтарына һиптерергә 1:2 иҫәбенән һыу ҡушырға кәрәк. Ул үҫемлектәргә ашлама булып та тора, ҡоротҡосторға ҡаршы көрәшергә лә ярҙам итә. Һуған төнәтмәһен оҙаҡ һаҡлап булмай, ул тиҙ боҙола, еҫләнә.
Бындай ашламала каротин, фитонцидтар, В группаһы витаминдары, аскорбин кислотаһы һәм төрлө файҙалы микроэлементтар бар. Уны ҡыш көнө гөлдәргә ике аҙнаға бер мәртәбә һипеп торорға кәрәк.
Фото: