Сараға ярашлы, урман һаҡсылары хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә законһыҙ ҡырҡылған һәм һатып алынған шыршыларҙы асыҡлау, урман фонды ерҙәрен патрулләү, законһыҙ ташылған продукцияны асыҡлау буйынса тәүлек әйләнәһенә дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙа дежурҙа торасаҡ, яңы йыл продукцияһын һатыу урындарына рейдтар үткәрәсәк, шулай уҡ стационар постар ойошторасаҡ.
Яңы йыл шыршыларын законһыҙ ҡырҡҡан өсөн административ һәм енәйәт яуаплылығы ҡаралған. Граждандарға - 3-4 мең һумға, вазифалы кешеләргә – 20-40 мең һумға, юридик берәмектәргә 200-300 мең һумға тиклем штраф һалына. Штрафтан тыш, закон боҙоусы урман фондына килтерелгән зыянды ҡапларға тейеш. Әгәр зыяндың суммаһы 5 мең һум һәм унан күберәк икән, законды боҙған өсөн ул енәйәт яуаплылығына тарттырыла. Ошо статья буйынса максималь яза – 6 йылға иректән мәхрүм итеү.
Башҡортостан халҡы законһыҙ рәүештә ағас ҡырҡыу, һатыу тураһында мәғлүмәтте телефон аша Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәтенә хәбәр итә ала: 8 (347) 218-14-14
Фото: vestiirk.ru