Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ноябрь 2022, 12:20

Магазиндан алтын биҙәүестәр урлаған

Өфөлә «Мега» сауҙа-күңел асыу үҙәгендә урынлашҡан билдәле ювелир салоны хеҙмәткәре ҡиммәтле биҙәүестәр урлауҙа ғәйепләнә.

Магазиндан алтын биҙәүестәр урлаған
Магазиндан алтын биҙәүестәр урлаған

 Уларҙың  хаҡы яҡынса 12 миллион һумға баһалана.

  19 ноябрҙә 22 йәшлек ҡыҙ ҡиммәтле әйберҙәрҙе йәшниктәргә һалып, магазинды япҡан һәм ҡуртымға алған фатирға сығып киткән. Һуңынан ул шул уҡ ҡумталар менән өйҙән сығып, машинала билдәһеҙ йүнәлештә юлланған. Икенсе көндө ғәйепләнеүсенең коллегалары эшкә килгәс, витриналарҙың бушағанын күреп, полицияға мөрәжәғәт итә.

БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле ғәйепләнеүсене эҙләйҙәр. Урлашыу буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығы Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының 9-сы полиция бүлендә РФ Енәйәт кодексының 158-се статьяһының 4-се бүлеге буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Полиция урлашыусыны эҙләй.

 

Фото: m.1777.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: