Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2022, 13:55

Раббыбыҙ һеҙҙе ишетер!

Мосолман бер ҡасан да доға ҡылыуҙан ялҡмаҫҡа, доғаһын уҡып, Аллаһы Тәғәлә менән даими бәйләнештән өҙөлмәҫкә тейеш. Ауырыуҙан һауығыу, бәлә- ҡазаларҙан һаҡланыу, ҡыйын хәлдән сығыу өсөн Раббыбыҙға таяныу иманлы кешегә көс бирә, тормошта яңы ишектәрҙе аса, хыял-маҡсаттарға ирештерә. «Хоҙай һорағанымды,  доғамды ишетмәне», – тимәгеҙ. Доғағыҙ ҡабул булырына ишанығыҙ.Теләгәнегеҙҙең тормошҡа ашыуы бик тиҙ ҙә, һуңғараҡ та булыуы мөмкин. Йәки ул бәндәләргә иң хәйерле ваҡытта тағы ла яҡшырағы менән алмаштырылыр. Доғаларҙың бер өлөшө донъяла кәрәкле мохтажлыҡтарыбыҙға яуап рәүешендә лә башҡарыла. Икенсе өлөшө киләсәк бәлә-ҡазаларҙы ла туҡтата. Әҙәм балаһы Ахирәт донъяһына күскәс тә доғаларының әжер-сауаптарын күрә.

Раббыбыҙ һеҙҙе ишетер!
Раббыбыҙ һеҙҙе ишетер!

Аллаһы Тәғәлә сикһеҙ мәрхәмәткә эйә. Уның ризалығы өсөн ҡылынған ғәмәлдәребеҙ яуапһыҙ ҡалмаҫ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: