Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ноябрь 2022, 12:00

Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте

Бөгөн бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды.

Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте
Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте

Улар араһында яратҡан актрисабыҙ, башҡорт театр сәнғәте легендаһы, Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисы, Салауат  Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфөнөң почетлы гражданы Нурия Ирсаева Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.

Быйыл сәнғәтебеҙ йондоҙо  үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләне.

Нурия Исхаҡ ҡыыҙын наградаһы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: