+1 °С
Ясна
Июлдә Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең Үҫемлектәр һәм хайуандар экологияһы институты хеҙмәткәрҙәре Көньяҡ Урал мәмерйәләрен тикшерҙе.
«Яңыраҡ спелеологтар тапҡан ҙур булмаған мәмерйәлә ғалимдар 140 000 - 10 300 йыл элек йәшәгән Башҡортостан һәм Урал өсөн һирәк осраған йыртҡыс һөйәген йыйған», - тип хәбәр иттеләр милли парктан.
Экспедиция ағзаһы Мария Павлова әйтеүенсә, урында бик күп ҡыр үгеҙе, мөгөҙморон, мамонт һәм ат һөйәктәре табылған. Ғалимдар мәмерйәлә гиеналар күпләп йәшәгән тигән һығымтаға килгән.
Фото: Т. Аманов