21 һәм 22 ноябрҙә «Торатау» конгресс-холында Бөтә Рәсәй конкурсының ярымфиналы һәм федераль этабының финалы уҙасаҡ. Беренсе көндә конкурста ҡатнашыусыларҙы «Мәктәп ашханаһы – уҡыусыларҙың сәләмәт туҡланыу экосистемаһы булараҡ» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһын асыу тантанаһы, «Мәктәп туҡланыуы 3.0» тематик өҫтәлдәр күргәҙмәһе, «Мәктәп туҡланыуын ойоштороусыларға ата-әсәләрҙән өс һорау» блиц-турниры көтә. Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһы мәктәп туҡланыуын контролдә тотоу системаһын һанлаштырыу буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ.
Шулай уҡ алдынғы ашнаҡсылар оҫталыҡ дәрестәре ойошторасаҡ, ә республиканың 3 колледжында «Кулинар баттл» ашнаҡсылар ярыштары үтәсәк.
Икенсе көндө конкурсанттар «Хәүефһеҙ туҡланыу блогы» квест-практикумында, конференция секциялары һәм һүҙ көрәштереү майҙансыҡтары эшендә ҡатнашасаҡ.
«Мәктәп ашханаһының иң яҡшы ашнаҡсыһы - 2022» конкурсы, «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы - 2022» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрҙе бүләкләү, суперфиналға сығыусыларҙы иғлан итеү менән тамамланасаҡ. Уның маҡсаты – балалар туҡланыуын һәм мәктәп ашнаҡсылары оҫталығын ойоштороуҙың иң уңышлы тәжрибәләрен асыҡлау һәм таратыу.
Фото: Т. АМАНОВ.