+14 °С
Болотло
2023 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә балалы ғаиләләр өсөн алты төр пособие бөтөрөлә. Ләкин был ил халҡының матди ярҙамһыҙ ҡалыуын аңлатмай. Бер өлөшө универсаль пособиеға индерелә. Яңы түләүгә иртә ваҡытта иҫәпкә торған йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға (12 аҙнаға тиклем), 3 –7 һәм 8 – 17 йәшлек балаларға пособиелар ҙа күсерелә.
Түләүҙең өс төрө үҙгәртелә. Рәсәй Пенсия фонды мәғлүмәттәре буйынса, эшләмәгән ата-әсәләргә баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособие тулыһынса бөтә. Яңы шарттар буйынса беренсе балаға 3 йәшкә тиклемге «Путин түләүҙәре»н , өсөнсө һәм артабанғы балаларға 3 йәшкә тиклемге айлыҡ түләүҙәрҙе (ЕДВ) «Әсәлек капиталы»нан айлыҡ түләү рәүешендә алырға мөмкин.
Фото:novulsk.ru