Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Ноябрь 2022, 17:30

Олатай һаман табылмаған...

25 сентябрҙә Баҡалы районының Мунсайылға ауылында юғалған 1951 йылғы Клим Мөбәрәк улы Ғабдуллинды эҙләү дауам итә . 

Олатай һаман табылмаған...
Олатай һаман табылмаған...

Билдәләре: буйы 158 см, ҡарамаҡҡа 70-75 йәштәр тирәһендә, ҡаҡса кәүҙәле, йөҙө оҙонса, ҡыҫҡа сал сәсле. Һул беләгендә татуировка бар - танк һүрәте һәм ГСВГ хәрефтәре төшөрөлгән. Юғалған көндә ҡара башлыҡ, хаки төҫөндәге салбар-куртка, ҡара свитер, күк ирҙәр күлдәге, күк трико, аҡ футболка (ҡыҙыл һыҙыҡтары бар), ҡара калуш кейгән булған. 

Әгәр уны күреүселәр булһа ошо номерҙарға шылтыратығыҙ: 8(34742) 3-28-76, 8(34742) 3-28-36, 89273257748, 8 (347) 279-32-92, 02 (102).

Фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Баҡалы районы бүлеге.

Олатай һаман табылмаған...
Олатай һаман табылмаған...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: