Тау-түбә, ҡая, мәмерйә, һырт, йылға-күл, шарлауыҡ, быуа, шишмә, ялан-ҡырҙарҙың тарихын өлкән инәй-олатайҙарҙан, атай-әсәйегеҙҙән, тарих уҡытыусығыҙҙан, топонимиканы өйрәнеүсе белгестәрҙән һорашып, яҙа алаһығыҙ. Ижади эштәрҙең ҡайҙандыр китаптан, интернет селтәренән күсерелмәгән, үҙегеҙҙең уй-хыялығыҙҙы егеп, үҙенсәлекле итеп һүрәтләнгән, мәғлүмәтле булыуы бик мөһим. Мәҡәләгеҙҙе фото менән байытһағыҙ, тағы ла яҡшыраҡ буласаҡ. Гәзиттең майҙаны самалы булыу сәбәпле, эштәр конкурстың Булат Солтангәрәев исемендәге уҡыусылар конкурсы (vk.com) сайтында ла донъя күрәсәк.
Гәзитебеҙҙең 2015 йылдан алып барған проекты – Рәсәй Федерацияһы Журналистар союзының «Бөтә Рәсәй – 2015» XIX матбуғат фестивале лауреаты, 2019 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә бирелгән грант эйәһе. Конкурс «Йәшлек» гәзитенең бер быуатлыҡ юбилейына арнала, ер-һыу атамаларына ҡыҙыҡһыныу уятыу, иҫтәлекле һәм тарихи урындарҙы һаҡлау, тергеҙеү, тыуған төйәгебеҙҙең тарихын өйрәнеү, яҙыуға һәләтле уҡыусылар һәм студенттарҙы асыҡлау, уларҙы дәртләндереү маҡсатында ойошторола. Унда республика һәм күрше өлкәләрҙә йәшәүсе мәктәп, лицей, гимназияларҙа белем алыусы IX – XI класс уҡыусылары, урта һөнәри белем биреү учреждениеһы студенттары ҡатнаша ала.
Талаптарға килгәндә, журналистик яҙманың күләме – компьютерҙа йыйылғандан һуң А4 форматындағы ҡағыҙҙа ике биттән ашмаһын. Ижади эшегеҙ менән бергә үҙегеҙ хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирергә лә, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыуығыҙ хаҡында ла яҙырға онотмағыҙ. Тулы исем-шәрифегеҙ, ҡайһы белем биреү учреждениеһында, нисәнсе класта йәки курста уҡыуығыҙ, етәксе уҡытыусығыҙҙың исем-шәрифе, телефонығыҙ күрһәтелергә тейеш. Ҡатнашырға теләүселәрҙең ижади яҙмалары [email protected] электрон почтаһы буйынса 2023 йылдың 30 апреленә тиклем ҡабул ителә.
Конкурсҡа эштәрҙе профессор, тарих фәндәре кандидаты, филология фәндәре докторы Фәнил Күзбәков етәкселегендәге абруйлы жюри төркөмө баһалаясаҡ. Еңеүселәргә аҡсалата премиялар ҡаралған: беренсе урынға – 10 мең, ике икенсе урынға – бишәр мең, өс өсөнсө урынға – өсәр мең һум. Бәйгелә көсөн һынаусыларҙың барыһына ла Шөһрәтнамә тапшырыласаҡ. Уларҙы әҙерләгән уҡытыусылары ла иғтибарһыҙ ҡалдырылмаясаҡ.
Йәшәгән ереңдең ер-һыу атамаһын өйрәнеү тыуған төйәгеңдең үткәнен белергә ярҙам итә. Тарихты яҙыуҙа һеҙ ҙә үҙ өлөшөгөҙҙө индереп ҡалығыҙ, дуҫтар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Булат Солтангәрәевтың ғүмере бик иртә – 17 йәшендә генә фажиғәле өҙөлә. Әммә ул үҙенең ҡыҫҡа ғына йәшәү осоронда тиҫтерҙәренә өлгө булырлыҡ эштәр башҡарып өлгөрә. Егет күп яҡлы шәхес була: геосәйәсәт, хоҡуҡ менән ҡыҙыҡһына, үҙен төрлө яҡлап үҫтереп, уҡыуҙа, сәнғәттә, спортта маһирлыҡ күрһәтә, олимпиада, конкурстарҙа, конференцияларҙа, турнирҙарҙа алдынғылыҡты яулай, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Егеттең тормошсан уй-фекерҙәре, хыялдары йәштәштәренә маяҡ булырлыҡ.